Topsongs van Фидан Гафаров
Credits
AUSFÜHRENDE KÜNSTLER:INNEN
Фидан Гафаров
Künstler:in
KOMPOSITION UND LIEDTEXT
Рим Хасанов
Komponist:in
Нур Даутов
Songwriter:in
PRODUKTION UND TECHNIK
Фидан Гафаров
Produzent:in
Songteksten
Ҡыр ҡаҙҙары.
Ҡыр ҡаҙҙары йырлап,
Ҡыр ҡаҙҙары илап,
Ҡаңғылдашып оса көҙ еткәс.
Йөрәк әрнеп ҡала,
Йөрәк һыҡрап яна,
Ҡыр ҡаҙҙары кеүек һин киткәс.
Әллә ямғыр яуа,
Әллә йәштәр тама,
Юлдарынан киткән ҡоштарҙың.
Йөрәк һине көтә,
Йылдар үтә, үтә,
Һин онотма ерҙә мин барын.
Ҡыр ҡаҙҙары ҡайтыр,
Туғай сәскә атыр,
Күл тулҡыныр ҡаҙҙар ҡағыныуҙан.
Көткән бушҡа китмәс,
Йөрәк әрнеп типмәҫ,
Һин ҡайтырһың — үтәр, үтәр һағыныуҙар.
Written by: Нур Даутов, Рим Хасанов