Topsongs van Рустам Гиззатуллин
Credits
AUSFÜHRENDE KÜNSTLER:INNEN
Рустам Гиззатуллин
Künstler:in
KOMPOSITION UND LIEDTEXT
Рустам Гиззатуллин
Songwriter:in
Songteksten
Ни өсөн бөгөн һин
урамда бер үҙең
Ҡайҙа булды элеке
саф-асыҡ көлөүең
Ҡайтып бараһың өйеңә
бер яңғыҙ ҡош һымаҡ
Бәхетле көндәрең
ҡалдылар инде бик йыраҡ
Ул һине ташланы
ул һине яратмай
Хәҙерге минутта
ул кемделер ҡосаҡлай
Онотҡандыр икегеҙҙең
гел бергә булыуын
Ҡабат, ҡабат иҫкә алдың
уның тәүге ҡул һуҙыуын
Ул һине ташланы
Ташланы, ташланы
Ул һине яратмай
Яратмай, яратмай
Ул һине ташланы
Ул һине яратмай
Көн һайын сәскәләр тотоп
Өйөңә килә ине
Ғүмер буйы мөхәббәтем
булып ҡалырһың тине
Бындай яғымлы һүҙҙәргә
һин ҡаршы торалманың
Һәм уға ышанып
Тәү ҡабат ҡосаҡланың
Ҡосаҡланы һәм һөйҙө
шулай көндәр үттеләр
Һалҡын төндә йондоҙҙар
Күк йөҙөн үттелләр
Көнләштеләр дуҫтарың
Ләкин һиңә бары бер
Шулай итеп яйлап ҡына
Уҙа торҙо был ғүмер
Аллаға табынғандай
һин уға табындың
Яратыу һүҙҙәрен һәм һөйөүен
Уның һағындың
Оноторға ла тырыштың
Былар бушҡа булдылар
Һалҡын мөхәббәт ҡылдары
Алып килде ел дауылдар
Ҡараңғы урамда
һин тағы эҙләнең
Тәүге ҡараш йылыһын
Эҙләнең эҙҙәрен
Ләкин был ваҡытта
Ул инде йыраҡта
Ул һине ташлаған
Башҡаны ярата
Йөрөмә яңгыҙың
Тылсымға ышанып
Кисәге дуҫтарың
Бөгөнгө дошманың
Өҙҙөләр күңелеңдең
Иң иҙге теләктәрен
Йәштәреңә йеүешләнде
Ҡара толомло сәстәрең
Ул һине ташланы
Ташланы, ташланы
Ул һине яратмай
Яратмай, яратмай
Ул һине ташланы
Ул һине яратмай
Ул һине ташланы
ул һине яратмай
Хәҙерге минутта
Ул кемделер ҡосаҡлай
Онотҡандыр икегеҙҙең
гел бергә булыуын
Ҡабат, ҡабат иҫкә алдың
Уның тәүге ҡул һуҙыуын
Ул һине ташланы.
Written by: Рустам Гиззатуллин