Songteksten

Ҡыр ҡаҙҙары китә, ҡыр ҡаҙҙары,
Китә микән улар йыраҡҡа.
Тик һин генә китмә, китмә, йәнем,
Йәш йөрәкте яңғыҙ ҡалдырма.
Миләүшәләр өҙөп бирер инем,
Әллә ниңә күңелем моңлана.
Яратҡанын өҙөлөп яратҡанын,
Нисек әйтеп бирһен ҡыҙ бала.
Ҡыр ҡаҙҙары китә, күҙ йәштәрем,
Әкрен генә тама яңаҡтан.
Яратмаған яндарымда йөрөй,
Юлдарыма сыҡмай яратҡан.
Written by: Башкирская народная
instagramSharePathic_arrow_out