Songteksten

Һөйгән йәрем йәшәй,
Күрше ауылда.
Ике арала,
Биш саҡрым ғына.
Ғашик йәрҙәргә
Юҡтыр бер кәртә.
Аяҡтар үҙе,
Ауылға илтә.
Биш саҡрым ара,
Биш саҡрым ара.
Мөхәббәт юлын,
Бер генә һайла.
Ҡарлы буранда,
Елле ямғырҙа.
Түҙмәй йөрәгем,
Яныңа барам.
Миннән һиңа кәдәр,
Биш саҡрым ара.
Бер миҙгел кеүек
Тормош ник саба?
Һиндән башҡалар,
Кәрәкмәй бүтән.
Ике араны,
Йәйәүләп үтәм.
һағынып йәнем һине,
Күңелем көтә.
Шуға биш саҡрым,
һиҙелмәй үтә.
Мөхәббәт юлы,
Булһын ғүмергә.
Шул саҡрамдарҙы,
Үтәйек бергә.
Written by: Гузелия, Э. Ахметова
instagramSharePathic_arrow_out