Muziekvideo

Азамат Тимеров - Устарыма һал һин йөрәгеңде (Music Video)
Азамат Тимеров - Устарыма һал һин йөрәгеңде (Music Video) bekijken op YouTube

Credits

AUSFÜHRENDE KÜNSTLER:INNEN
Азамат Тимиров
Künstler:in
KOMPOSITION UND LIEDTEXT
Д. Булгакова
Songwriter:in
Ю. Узянбаев
Songwriter:in

Songteksten

Ниҙәр булды икән һиңә, ниҙәр?
Ҡалтыранып, үкһеп илайһың?
Устарыма һал һин йөрәгеңде,
Ҡулдарымдың тойһон йылыһын.
Ҡайғылары менән килдеме әллә
Көтөп алған оло байрамың?
Устарыма һал һин йөрәгеңде,
Яраларын өрөп бәйләрмен.
Белмәнеңме әллә көтмәгәндә
Нахаҡ һүҙҙәр килеп керерен?
Яралары тәрән, яралары,
Һүҙҙәр яралаған, күрәһең.
Әллә хушлашмайса киттеме икән
Көтөп алған йылы йәйҙәрең?
Устарыма һал һин йөрәгеңде,
Яраларын төрөп бәйләрмен.
Written by: Д. Булгакова, Ю. Узянбаев
instagramSharePathic_arrow_out