Songteksten

Балҡып тора йөҙҙәрең,
Нур сәсәлер күҙҙәрең.
Балдан, шәкәрҙән дә татлы,
Әйтә торған һүҙҙәрең.
Май ҡояшым, ҡояшым,
Ҡарап һиңә туймаҫһын.
Һиндәй гүзәл, аҫыл йәрҙе,
Бер ҡайҙан таба алмаҫһың
Ул атлап килеүҙәрең,
Шаярып көлөүҙәрең.
Күңелдәремә хуш килә
Йылмайып һөйләүҙәрең.
Яҙҙарымдың нуры - һин,
Бәхетемдең йыры -һин.
Мөхәббәтем, һөйөүемдә,
Наҙҙарымда бары - һин.
Written by: Б. Юнусов, Р. Уметбаев
instagramSharePathic_arrow_out