Credits
AUSFÜHRENDE KÜNSTLER:INNEN
Радик Вальмухаметов
Künstler:in
KOMPOSITION UND LIEDTEXT
И. Закиров
Songwriter:in
Songteksten
Әйҙә әле уйнат гармуныңды,
Үҙәктәрҙе өҙһөн моңдары,
Сит ерҙәрҙә йөрөнөм йәтим һымаҡ,
һағындырҙы ҡурай моңдары.
Әйҙә әле, әйҙә ауылым буйлап,
Әйҙә әле йырлап үтәйек,
Йәш саҡтарҙы иҫкә бер төшөрөп
Урамдарҙан йырлап үтәйек.
Әйҙә әле, әйҙә ауылым буйлап,
Уянһындар беҙҙең әсәйҙәр,
Яулыҡ осо менән йәшен һөртөп,
Оҙатып ҡалһын беҙҙе әбейҙәр.
Әйҙә әле, әйҙә ауылым буйлап,
Әйҙә әле йырлап үтәйек,
Йәш саҡтарҙы иҫкә бер төшөрөп,
Урамдарҙан йырлап үтәйек.
Әйҙә әле, әйҙә ауылым буйлап,
Беҙҙең йәшлек әле үтмәгән,
Беҙ йырларбыҙ,.
Егеттәр бит әле,
Беҙҙең ҡояш әле инмәгән.
Written by: И. Закиров