Songteksten

Йөрәктәрҙе, эх, елкетеп,
Иҙәнде дер һелкетеп,
Бейей беҙҙең яҡ ҡыҙҙары,
Тыпыр-тыпыр шәп итеп.
Өҙҙөрөптә, эх, баҫалар,
Осар ҡоштай осалар,
Улар шулай ҡанатланып,
Бейеп күңел асалар.
Һин дә беҙҙең менән бергә,
Кил, төш, бейергә.
Бөтөрөлөп бейегәндә,
Әйләнмәһен башығыҙ,
Кем йөрәген яндыралар,
Һеҙҙең ҡара ҡашығыҙ.
Ниңә әле бейемәҫкә,
Уйнамаҫҡа, көлмәҫкә,
Тик бер килгән йәш ғүмерҙең,
Ҡәҙерҙәрен белмәҫкә.
Үксәләрҙән уттар оса,
Ялҡыланғас йөрәктәр.
Дәртле ҡыҙҙар бейегәндә,
Күтәрелә кәйефтәр,
Һин да беҙҙең менән бергә,
Кил, төш, бейергә.
Written by: Г. Рашитова, Ю. Шитов
instagramSharePathic_arrow_out