Songteksten

Ағиҙелдән китеп барам
саҡ ҡына түҙеп барам
Барған һайын йырағая
Йәшлегем менән арам
Ағиҙелдән китеп барам
Йәшлектән үтеп барам
Әкрен генә йәшлегемдең
Йомғағын һүтеп барам
Ағиҙелдән ҡарап барам
Пароход өҫтәрендә
Йәшлегем ҡала ошонда
Барһы ла иҫтәремдә
Ағиҙелдән ағып барам
Хайрандар ҡалып барам
Барған һайын йырағая
Йәшлегем менән арам
Written by: Р. Гиззатуллин, Р. Миннуллин
instagramSharePathic_arrow_out