Songteksten

Тәгәрмәстә иҙеп китте уны
Ямғырҙарҙа ергә һырышты
Көлөп торҙо туҙҙан күмгәндәлә
Шулдыр инде һөйөү тормошто
Юлға сыҡмаһамда - гел юлдамын
Яҙмыш алға - ҡуя, алдамын
Иҙелһәм дә күңелдәрем сатнап,
Буш дан, маҡтауҙарға алданмам
Өҙөп китте берәү таж-япрағын
Тамырында һутты тулышты
Ул яңынан сағыу сәскә атты
Һаман биҙәп тора тормошто
Юлға сыҡмаһамда - гел юлдамын
Яҙмыш алға - ҡуя, алдамын
Иҙелһәм дә күңелдәрем сатнап,
Буш дан, маҡтауҙарға алданмам
Күңел сәскә етенсе ҡат күктә
Күҙләй һаман керпек талдарын
Ашһам ине бер саҡ шул күктәргә
Ысын егет даным ҡалдырып
Written by: Г. Рашитова
instagramSharePathic_arrow_out