Credits
AUSFÜHRENDE KÜNSTLER:INNEN
Искандер Газизов
Künstler:in
KOMPOSITION UND LIEDTEXT
Р. Хисматуллин
Songwriter:in
А. Валиуллина
Songwriter:in
Songteksten
Яҙҙар менән килгән һөйөүем һин,
Күңелемдән сихри моң сыға.
Һинең тында ирей боҙло йәнем,
Әйләнер ҡуйы тамсыға.
Яҙҙар менән килгән һөйөүем һин,
Йәшәт әле мине яҙҙарға.
Мин яҙҙарҙың наҙын тоя алам,
Һинең менән генә, һин барҙа.
Яҙҙар менән килгән һөйөүем һин,
Йөрәк ситлектәрен тарһына.
Һаулышыңдан гөлдәр урер инем,
Һинең менән риза барһына.
Яҙҙар менән килгән һөйөүем һин,
Яҙҙар бүләк иткән йылым һин.
Йәндәремә илһам өҫтәп торған,
Мәңге һүнмәҫ йөрәк йырым һин.
Written by: А. Валиуллина, Р. Хисматуллин