Muziekvideo

Verschijnt in

Credits

AUSFÜHRENDE KÜNSTLER:INNEN
ARGYMAK
ARGYMAK
Künstler:in
KOMPOSITION UND LIEDTEXT
А. Азнагулов
Songwriter:in
Азамат Атнагулов
Komponist:in
Ахмер Утябай
Songwriter:in
ARGYMAK
ARGYMAK
Arrangeur:in

Songteksten

Тиҙҙән ҡалҡыр күк үлән,
Асылыр һырт түбәләр,
Яҙ артынан йәй булыр,
Төпәндәргә май тулыр.
Болондарҙа, ҡырҙарҙа,
Куңелдәрҙә, йырҙарҙа,
Уйнай башлар тай тулаҡ
Кешнәп ҡуйыр Аҡбуҙат.
Яҙ ҡоштоң илағаны,
Күҙ йәше тынмағаны,
Яҙ артынан йәй була,
Йәйҙәр менән йәм тула.
Сабый Аллаһ биҙәге-
Уның бер куҙәнәге.
Биҙәк тимәк зәйн Аллаһ
Аты булһын Зайнулла
Аллаһҡа- бер илаһҡа
Табындырыр Зайнулла,
Тауҙың оҙаҡ көттөрөп,
Һағындырып Зайнулла.
Шәфәғәткә, йәннәткә,
Һарылдырыр Зайнулла
Тыуҙың күпме йөрәкте
Ҡабындырыр Зайнулла
Аллаһуға тоғролоҡто,
Сағылдырыр Зайнулла.
Аҙашҡанды,юлһыҙҙы
Табылдырыр Зайнулла.
Киләсәккә үткәнде
Тагылдырыр Зайнулла.
Ихласлыҡҡа, инсафҡа
Яғылдырыр Зайнулла
Күңелдәргә иманды ябындырыр Зайнулла
Хаҡикәткә хаҡлыҡты ҡағылдырыр Зайнулла
Асылғанға йөрәге табын ҡорор Зайнулла
Шомланыуҙан,һағыштан арындырыр Зайнулла
Ваҡсыллыҡтан, хаслыҡтан арындырыр Зайнулла
Көнсөллөктө, мөртәтте бағындырыр Зайнулла
Михнәттәргә, ыҙага сабыр булыр Зайнулла
Ауырыуға,сирлегә дарыу булыр Зайнулла
Вәлидигә, Рәмзигә бауыр булыр Зайнулла
Аллаһҡа тура юлды табыр булыр Зайнулла
Ваххабиға ишекте ябыр булыр Зайнулла
Ҡанныҡҡанға халҡына дауыл булыр Зайнулла
Асыҡҡанға хәлһеҙгә ауыл булыр Зайнулла
Наҙанлыҡҡа ваҡлыҡҡа ябырылыр Зайнулла
Мәңгелек ҡапҡаларын ҡағыр булыр Зайнулла
Көтөп заман химмәтен алыр булыр Зайнулла
Written by: А. Азнагулов, Азамат Атнагулов, Ахмер Утябай
instagramSharePathic_arrow_out